10:26 (UTC+5), 24 Февраля 2011

Соцстрах фонды түләүҙәре 11 миллиард һумдан ашып китте

Ғәлиә Нәбиева
РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең 2010 йылдағы сығымдары 11 миллиард 300 милион һум тәшкил итте. Был элгәре йылға ҡарағанда 2 процентҡа күберәк. Был мәғлүмәттәрҙе ведомствоның Координацион советы ултырышында төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов килтерҙе.
Бюджеттың төп өлөшөн һәр ваҡыттағыса пособиелар түләүгә сығымдар тәшкил итә. Отчет осоронда сығымдарҙың дөйөм суммаһында уларҙың өлөшө 83 процент, йәғни 9 миллиард 300 миллион һум тәшкил итте.
Ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек һәм әсәлек менән бәйле түләүҙәргә 7 миллиард 700 миллион һум аҡса тотонолдо. Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалауға 780 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Федераль бюджет һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды бюджеты средстволары иҫәбенә финансланған сығымдар 2 миллиард 800 миллион һум тәшкил итте.
Түләүҙәр структураһында ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса пособиелар ярайһы уҡ ҙур өлөштө биләй. Йыл эсендә 800 меңгә яҡын эшләүсе 3 миллиард 700 миллион һум самаһы ошондай пособиелар алды, был 2009 йылдағынан 12 процентҡа күберәк. Былтырҙан алып пособиелар иҫәпләп сығарыу тәртибе үҙгәрҙе, был 2009 йыл менән сағыштырғанда уртаса көнлөк пособие күләменең артыуына килтерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика