06:06 (UTC+5), 24 Февраля 2011

Халыҡты эш менән тәьмин итеү сараларын тормошҡа ашырыуға 38 миллион һум бүленәсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Быйыл хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса төбәк программаларын федераль финанслау дауам иттереләсәк. Бында үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеү программаларына баҫым яһау күҙаллана. Был турала видеоселектор кәңәшмәһе барышында РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Жуков хәбәр итте.
– Мәшғүллек буйынса хәлде яҡшыртыуға хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса төбәк программалары айырыуса ҙур йоғонто яһаны, – тип билдәләне Александр Жуков. – Улар көрсөк йылдарында ҙур роль уйнаны, шуға күрә лә беҙ уларҙы бер аҙ яңыртып, быйыл да һаҡларға ҡарар иттек.
БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төбәк программаларының иң һөҙөмтәле элементы тип Александр Жуков үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеү программаһын тормошҡа ашырыуҙы атаны, сөнки тап ошо сара даими эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.
Быйыл Башҡортостан халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар төбәк программаһының төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуға үҙ бюджетынан 38 миллион һумдан ашыу аҡса бүлергә планлаштыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың 13 ғинуарындағы указы менән Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын раҫланы. Уны тормошҡа ашырыуға 2011 йылда республика бюджетынан 38,9 миллион һум аҡса бүленә.
Быйыл эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән саралар системаһында мөһим йүнәлештәрҙең береһе булараҡ, эшһеҙ граждандарҙың үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүен үҫтереүгә баҫым яһала. Был маҡсатҡа программаны финанслау күләменең 60 проценттан ашыуы йүнәлтелә. Белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларға стажировка үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк, уны ойоштороуға бүленгән средстволарҙың дүрттән бер өлөшө тотоноласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика