13:37 (UTC+5), 24 Февраля 2011

2010 йылда Өфөнөң бюджет сығымдары 15,5 миллиард һум тәшкил итте

Уҙған йыл өсөн федераль программалар средстволарын индереп, Өфөнөң бюджет сығымдары 15,5 миллиард һум самаһы тәшкил итте, үҫеш 106,8 процентҡа. Шуның 9,8 миллиард һумын ҡала округы бюджетының үҙ сығымдары тәшкил итте. Был турала ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында БР Финанс министрлығының Өфө территорияһындағы территориаль финанс идаралығы начальнигы Илгиз Насыртдинов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, мәғарифҡа сығымдар 5,5 миллиард һум тәшкил итте, 2009 йылдағынан 15,5 процентҡа артығыраҡ. 2010 йылда һаулыҡ һаҡлауға, физик культураға һәм спортҡа бюджет сығымдары 2,8 миллиард һум тәшкил итте, был былтырғынан 29,3 процентҡа күберәк.
Шулай итеп, бюджеттың ҡала халҡын социаль яҡлауға йүнәлтелгән сығымдарының мөһим статьялары буйынса финанслау күләмен көрсөккә тиклемге 2008 йылдағынан да арттырыуға өлгәшелде, тип билдәләне Илгиз Насыртдинов.
Өфө бюджетының торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа сығымдары дүрт миллиард һум самаһы тәшкил итте, шуның 1,7 миллиард һумы федераль һәм республика программалары буйынса финансланды, был ҡала округына бәйле булмаған факторҙар буйынса 2009 йылғы финанслау кимәленән ун процентҡа кәмерәк.
Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә һәм именлеккә 503,7 миллион һум йүнәлтелде — былтырғы йыл менән сағыштырғанда үҫеш ун процент. Был башлыса медицина айнытҡыстарын бөтөрөүгә өҫтәмә сығымдарға бәйле булды.
Мәҙәниәткә 286 миллион һум тотонолдо, үҫеш 7,4 процентҡа. Отчет йылында «милли иҡтисад» бүлеге буйынса бюджет сығымдары бер миллиард һумдан артығыраҡ тәшкил итте, был 2009 йыл кимәленән 11,4 процентҡа кәмерәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика