13:12 (UTC+5), 22 Февраля 2011

Яңауылда яңы һөт заводы асылды

Әлим Фәйезов | фото: Яңауыл районы хакимиәте
Яңауыл ҡалаһында һөт эшкәртеү заводын асыу тантанаһы үтте.
Тантаналы сараны асып, Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, яңы һөт эшкәртеү заводы райондың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре менән тығыҙ һәм, иң мөһиме, үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлектә эшләйәсәк, тигән ышанысын белдерҙе. Һөҙөмтәлә бынан барыһы ла уңасаҡ: һөт етештереүсе -сифатлы сеймал, район аграрийҙары – һөт һатыу баҙары, ә Яңауыл халҡы урында етештерелгән сифатлы һәм арзан продукция аласаҡ.
Район башлығы ярайһы ауыр иҡтисади хәлгә, һәр төрлө хәүефтәргә ҡарамаҫтан, яңы завод төҙөлөшөнә аҡса һалырға ҡурҡмаған инвестор Рәмзил Низаметдиновҡа рәхмәтен еткерҙе.
Үҙ сиратында, Рәмзил Низаметдинов, завод продукцияһы яңауылдарға мөмкин тиклем осһоҙ хаҡҡа һатыласаҡ, һәр ваҡыт яҡшы сифатлы һәм киң ассортиментта буласаҡ, тип вәғәҙә бирҙе.
Бөгөнгө көндә завод ҡеүәттәре тәүлегенә ҡырҡ тоннаға тиклем һөт эшкәртергә мөмкинлек бирә (ике сменалы режимда), унда 50-ләп кеше эшләйәсәк. Бында ҡаты сырҙан тыш, һөт продукцияһының бөтөн төрҙәре лә сығарыласаҡ. Йәмғеһе 12 төрҙән ашыу продукция. Һынау өсөн сығарылған һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, кефир һәм башҡа төрлө һөт продукцияһы партияһын урындағы халыҡ тиҙ арала һатып алып бөттө.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика