06:41 (UTC+5), 22 Февраль 2011

Республика предприятиелары «Текстильлегпром» күмәртә йәрминкәһендә ҡатнашты

Мария Черных | фото: автор
Мәскәүҙә Бөтөн Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә «Текстильлегпром» XXXVI Туҡыу һәм еңел сәнәғәт тауарҙары һәм ҡорамалдарының федераль күмәртә йәрминкәһе үтте.
Бөгөн «Текстильлегпром» Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә иң ҙур туҡыу һәм еңел сәнәғәт тауарҙары һәм ҡорамалдары күргәҙмәһе булып тора. 60 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда ҡатнашыусылар һәм күргәҙмәгә килеүселәр иғтибарына мода индустрияһы һәм төрҙәш тармаҡтар продукцияһының тулы спектры тәҡдим ителде: өҫ кейеме, туҡымалар, трикотаж, эске кейем, ойоҡ-ойоҡбаш изделиелары, балалар өсөн тауарҙар, баш кейемдәре, йорт өсөн әйберҙәр, аяҡ кейеме, күн, мехтар, күн галантереяһы, шулай уҡ туҡыу һәм еңел сәнәғәт өсөн ҡорамалдар, фурнитура, сеймал һәм материалдар.
Күргәҙмә эшендә 21 илдән: Рәсәй, Австрия, Беларусь, Болгария, Германия, Гонконг, Италия, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Латвия, Молдова, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Пакистан, Польша, Румыния, Төркиә, Үзбәкстан, Украина, Франция, Швейцария, Көньяҡ Кореянан 3100 етештереүсе продукцияһын күрһәтеүсе 2500 компания ҡатнашты. Күргәҙмә экспоненттарының 84 проценты — бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларыныҡы.
«Туҡыу, еңел сәнәғәт һәм сауҙа продукция ассортиментын даими яңыртыуҙы талап итеүсе мода тенденциялары власында», – ти «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Зөһрә Исмәғилева. — Күргәҙмә тармаҡтың дөйөм үҫешенә күҙ һалырға, маркаларҙы сағыштырырға, лидерҙарҙы һәм аутсайдерҙарҙы, кисәге һәм иртәгәһе көндө күрергә һәм ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш алырға мөмкинлек бирә».
Өфө трикотаж фабрикаһы коллективының, заманса технологиялар ҡулланып һәм халыҡ-ара мода тенденцияларына эйәреп, сифатлы, матур һәм арзан изделиелар сығарыу традицияларын һаҡларға һәм арттырырға ынтылыуы фабрика продукцияһының конкуренцияға һәләтле булыуын һәм талап ителеүен тәьмин итә.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика