09:41 (UTC+5), 21 Февраля 2011

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һыуыҡтар арҡаһында тәүлек әйләнәһенә дежур итеүгә күсте

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығының коммуналь предприятиеларында аномаль һыуыҡтар арҡаһында инженер-техник персоналдың тәүлек әйләнәһенә дежур итеүе ойошторолған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария бригадалары ҡорамалдары һәм автотранспорт средстволары, коммуналь инфраструктура объекттарының - резерв электр энергияһы менән тәьмин итеү сығанаҡтарына, ҡаҙанлыҡтарҙың резерв яғыулыҡҡа күсеүгә әҙерлеге тикшерелгән.
Предприятиеларҙа йәмғеһе 462 авария-йүнәтеү бригадалары һәм 1148 техника берәмеге бар. Авария-тергеҙеү эштәрен үткәреүгә 177 миллион һум суммаға матди-техник средстволар запастары булдырылған.
Йәшәйеште тәьмин итеү системалары эшендә өҙөклөктәр булғанда аварияларҙы нормативта билдәләнгән ваҡытта бөтөрөү өсөн көс һәм средстволар етерлек.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан муниципаль берәмектәр хакимиәттәре исеменә температура минимумынан үткәндә йәшәйеште тәьмин итеү объекттарының тотороҡло эшен ойоштороу өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итеү тураһында мөрәжәғәт ебәрелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика