10:52 (UTC+5), 21 Февраля 2011

Башҡортостан туриндустрияһы «Интурмаркет-2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

Любовь Колоколова
12 марттан 15-нә тиклем Мәскәүҙә, «Крокус Экспо» Халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгендә, «Интурмаркет-2011» VI Халыҡ-ара туристик күргәҙмәһе үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында был күргәҙмәлә ҡатнашыуға әҙерлек буйынса тәүге ойоштороу кәңәшмәһе үтте.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан 2006 йылдан башлап «Интурмаркет» Халыҡ-ара туристик күргәҙмәһендә даими ҡатнашып килә. Былтыр республика стенды «Интурмаркет-2010» күргәҙмәһенең махсус наградаһына лайыҡ булды, һәм был ваҡиға федераль киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан тураһында мәғлүмәт күләмен арттырырға ярҙам итте. Үҙ сиратында, был Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә федераль дәүләт власы вәкилдәренең иғтибарын йәлеп итте. Атап әйткәндә, Башҡортостан «Рәсәй Федерацияһында 2011-2016 йылдарға эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» федераль үҙәкләштерелгән программаһына индереү өсөн өҫтөнлөклө төбәк булараҡ ҡарала башланы, шулай уҡ беҙҙең республика социаль туризмды үҫтереү өсөн пилот төбәге итеп һайланды.
— Беҙҙең алда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә ҡыҫҡа ваҡытта туризм тармағын үҫтереү өсөн механизмдар әҙерләү бурысы тора, — тине кәңәшмәлә сығыш яһап, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев. Ул шулай уҡ, Рәсәй Федерацияһында әлегә тиклем эске туризмды үҫтереү концепцияһы булманы, тип хәбәр итте. 2010 йылда төбәктәргә был маҡсаттарға 96 миллиард һум аҡса бүлеүҙе ҡараған Федераль туризмды үҫтереү маҡсатлы программаһы әҙерләнде.
— Был программала ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан финансларға мөмкин булған реаль инвестиция проекттары әҙерләргә, шулай уҡ федераль бюджеттан ҡушма финанслауға конкурста ҡатнашырға кәрәк, — тип билдәләне Руслан Кинйәкәев.
Республика башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары, туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы ойошмалар тырышлыҡтарын берләштереү маҡсатында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, «Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында»ғы федераль законға ярашлы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында профилле Эксперт-координацион совет төҙөргә тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика