05:03 (UTC+5), 18 Февраль 2011

Һыуыҡтар арҡаһында Өфөлә ит йәрминкәләре кисектерелә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан территорияһында 18 февралдән 24-нә тиклемге арала көтөлгән аномаль һыуыҡтар арҡаһында Башҡортостан Республикаһы
Ауыл хужалығы министрлығы Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләрен икенсе ваҡытҡа күсерергә ҡарар итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, улар республиканың баш ҡалаһында алдағы ял көндәрендә - 19-20 февралдә үтергә тейеш ине. Һөҙөмтәлә йәрминкәләр бер аҙнаға кисектерелеп, 26 - 27 февралдә үтәсәк.
Февралдәге ауыл хужалығы йәрминкәләре йола буйынса ҡаланың Дим, Калинин, Киров һәм Октябрь райондары майҙандарында үткәрелә.
Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләр мөһим туҡланыу продукттарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу маҡсатында ойошторола. Ҡалала сауҙа итеүгә республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре саҡырылған, улар алыпһатарҙар хеҙмәтен ҡулланмай, тауарҙарын үҙҙәре һата, ошо арҡала ҡала халҡын ҡулайлыраҡ хаҡҡа ит менән тәьмин итә.
Өфөлә бынан алдағы ял көндәрендә үткән ит йәрминкәләрендә ауыл халҡы менән 152 тонна ит һатылғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика