17:45 (UTC+5), 18 Февраля 2011

Башҡортостан, «РусГидро» компанияһы һәм «Внешэкономбанк» араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды

"Башинформ"
VIII Красноярск иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы, «РусГидро» компанияһы һәм «Внешэкономбанк» дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Документты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Евгений Дод һәм «Внешэкономбанк» идараһы рәйесе Владимир Дмитриев ҡултамғалары менән раҫланы.
Документ Башҡортостанда технопарк булдырыу һәм республика территорияһында инновацион гидроэнергетика ҡорамалдары производствоһын ойоштороу буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙа яҡтарҙың берлектә ҡатнашыуын күҙ уңында тота.
Ҡул ҡуйылған меморандумға ярашлы, проектты тормошҡа ашырыуҙың ойоштороу, технологик һәм финанс схемаларын анализлау һәм эшкәртеү, шулай уҡ хәүефтәрҙе комплекслы баһалау эштәрен үткәреү күҙаллана. Меморандумда билдәләнгән башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатында эш төркөмө ойошторолған, уның төп бурысы — проектты тормошҡа ашырыу буйынса эштәрҙе көйләү.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылдың 9 декабрендә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы, «РусГидро» асыҡ акционерҙар компанияһы һәм Францияның Alstom («Альстом») машиналар эшләү компанияһы араһында Өфөлә берлектәге гидротехник һәм электротехник ҡорамалдар етештереү буйынса предприятие төҙөү буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Предприятиеға технопарк структураһында төп урын бирелә.
2011 йылдың 11 февралендә Өфөлә Рәсәй Дәүләт Советы Президиумы ултырышы сиктәрендә ил Президенты Дмитрий Медведев ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы менән “РусГидро” компанияһы һәм «РусГидро» менән Alstom компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Өфө районында урынлашасаҡ предприятие 2011 йылдың аҙағында эшләй башларға һәм тәүге продукцияны 2013 йылда сығарырға тейеш. Заманса гидротурбиналар республикала, атап әйткәндә, Түбәнге Һөйән гидроузелы төҙөлөшөндә ҡулланыу табыу ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә талап ителәсәк. Мәҫәлән, Кубандә һәм Волга-Кама бассейнында гидроэлектростанциялар каскады төҙөлөшөндә. Берлектәге предприятие планында – Өфө заводы продукцияһын бөтә донъя буйлап һатыу. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, технопарк 10 меңдән ашыу яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика