Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
84.25
+0.36
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Февраль 2011, 12:02

Рөстәм Хәмитов VIII Красноярск иҡтисади форумын асыу тантанаһында ҡатнашты

17 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республиканың рәсми делегацияһы ағзалары VIII Красноярск иҡтисади форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Тантана Карен Мурадян исемендәге «Себер» халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгендә үтте.
Төбәк башлығының матбуғат секретары Артем Вәлиевтың хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Президенты Красноярскиҙың яңы эшлекле үҙәгендә төҙөлгән заманса күргәҙмә комплексын ҡараған. «Себер» күргәҙмә үҙәгенең дөйөм майҙаны – 45 мең квадрат метр.
Рөстәм Хәмитов йәнә эре Рәсәй һәм халыҡ-ара компаниялары үҙҙәренең инновацион эшләнмәләрен тәҡдим иткән экспозиция менән танышты.
Автор:Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: