12:54 (UTC+5), 17 Февраля 2011

Башҡортостан Хөкүмәте Япония архитекторының проектына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе

"Башинформ"
17 февралдә Республика Йортонда Японияның билдәле архитекторы Ясухиро Ямашита менән осрашыу булды. Һөйләшеүҙәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, Башҡортостандың Япониялағы вәкиле, БР Президенты советнигы Ришат Муллагилдин ҡатнашты.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был осрашыу хаҡында Башҡортостандың Хөкүмәт делегацияһының 2010 йылдың ноябрендә Японияға сәфәре ваҡытында һөйләшеп килешелгәйне. Ямашита әфәнде экологик йәһәттән үҙ-үҙен тәьмин итерлек тораҡ пункт проекты менән таныштырҙы. Уның Башҡортостанда тормошҡа ашырылыуы ихтимал. Япония архитекторы фекеренсә, тәбиғәт ресурстарын тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй комплекслы файҙаланыу бөгөн төҙөлөш тармағында донъя тенденцияһына әүерелә бара.
- Беҙҙең милли философия кешенең йән һәм тән матурлығынан тора, – тине Ясухиро Ямашита. – Эко-ҡала һәм эко-ауыл төҙөү буйынса аҡсаны күп талап итмәгән беҙҙең проект нәҡ ошо йүнәлешкә тап килә: аҙ ҡатлы төҙөлөш, һыу һәм энергия ресурстарын файҙаланыуҙың ябыҡ циклы, йорт яны хужалығы.
Ямашита әфәнде, Японияның төҙөлөш технологиялары Цельсий буйынса һауа торошоноң 50 градус һыуыҡтан 50 градус йылыға тиклем үҙгәреүен күҙ уңында тота, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был айырыуса Көньяҡ Урал өсөн көнүҙәк. Тәүге этапта торлаҡ майҙаны 100 квадрат метр самаһы тәшкил иткән 150-гә тиклем йорт төҙөү күҙаллана. Уларҙың йорт яны участкаһы – 10 сутый.
- Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары янындағы ерҙәр һәм Әбйәлил районының Магнитогорск эргәһендәге территорияһы ошондай ҡасабалар өсөн уңайлы буласаҡ, – тип тәҡдим индерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов.
- Идея ҡыҙыҡлы, уның өҫтөндә эшләргә кәрәк, – тип килтерелгән дәлилдәр менән килеште вице-премьер Сергей Афонин. – Бөтә иҫәпләүҙәрҙе башҡарғандан һуң республикала эксперименталь ҡасаба төҙөү проектын тормошҡа ашыра башларға мөмкин буласаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика