16:35 (UTC+5), 16 Февраля 2011

Рөстәм Хәмитов Франция Илсеһе Жан Де Глиниасти менән осрашты

Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
16 февралдә республика Президенты етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы VIII Красноярск иҡтисад форумында ҡатнашыу өсөн Красноярскиға килде.
Төбәк башлығының матбуғат секретары Артем Вәлиевтың хәбәр итеүенсә, бөгөн Рөстәм Хәмитов Францияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан Де Глиниасти һәм Францияның эшлекле даирәһе вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа Франция компанияларын Башҡортостанда эшләүгә йәлеп итеү перспективалары тикшерелде.
Әлеге ваҡытта осрашыуҙа ҡатнашҡан инвесторҙар менән ҡайһы бер берлектәге проекттар тормошҡа ашырыла башлаған да инде. Мәҫәлән, 11 февралдә Өфөлә Францияның Аlstom машиналар эшләү компанияһы Башҡортостанда “РусГидро” компанияһы менән берлектә бәләкәй ГЭС-тар өсөн гидротехник ҡорамалдар етештереү предприятиеһы төҙөү хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проект 67 гектар майҙанлы технопарк төҙөүҙе күҙ уңында тота. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, технопарк 10 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Өфөнөң Киров районында Францияның Ассоr компанияһының Novotel һәм Ibis ҡунаҡхана комплекстары төҙөлә. Был өс һәм дүрт йондоҙло отелдәр буласаҡ, уларҙы төҙөүгә рөхсәт алынған, инженерлыҡ-тикшереү эштәре башҡарылған.
Францияның бөтә донъяла билдәле Gorimpeх компанияһы вәкилдәре Башҡортостанда туризм бизнесына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Фирма тау саңғыһы комплекстары төҙөүҙә махсуслаша. Рөстәм Хәмитов инвесторҙарҙы республикаға килеп Башҡортостанда Көньяҡ Уралдың тау битләүҙәрен үҙләштереү буйынса бизнес алып барыу перспективаларын шәхсән баһаларға саҡырҙы.
«Һуңғы йылдарҙа Франция менән Башҡортостан араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек йәһәтенән үҫеш күҙәтелә. Быйылғы йыл ҙур иҡтисади ваҡиға менән билдәләнде – Alstom компанияһы менән килешеү төҙөлдө. Киләсәктә башҡа берлектәге проекттар ҙа күҙ уңында тотола», — тине Жан Де Глиниасти.
«Беҙҙең Франция белгестәре һәм ғалимдары менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе бик ҙур», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
— Ошо тарихи йоланы дауам итеү һәм көсәйтеү мөһим. Сәнәғәттә лә бик күп уртаҡлыҡтар бар, тип уйлайым. Бынан тыш, беҙҙе үҙ-ара мәҙәни бәйләнештәр бәйләй, Өфө Рәсәйҙең мәҙәни баш ҡалаларының береһе булып тора. Беҙ Франция мәҙәниәтенең Башҡортостанға тәрәнерәк һәм ышаныслыраҡ үтеп инеүен теләйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рустэм Хамитов.
Белешмә өсөн. Башҡортостан менән Франция араһында үҙ-ара тауар әйләнеше һуңғы биш йылда 22 тапҡырға артты һәм 2010 йылда 788 миллион АҠШ доллары тәшкил итте. Был республиканың тышҡы сауҙа күләмендә 8 процент тәшкил итә.
Башҡортостан Республикаһы Францияға нефть һәм нефть продукттары оҙата. Беҙгә унан машиналар эшләү продукцияһы, химия продукттары, металл изделиелары, аҙыҡ-түлек килә.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика