06:04 (UTC+5), 15 Февраля 2011

Республика аграрийҙары яғыулыҡ-майлау материалдарын ташламалы хаҡ менән аласаҡ

Ғәлиә Нәбиева
Ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн яғыулыҡ-майлау материалдарына ташламалы хаҡтар быйыл да һаҡланасаҡ. Был хаҡта «Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының 2010 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм 2011 йылға бурыстар тураһында»ғы кәңәшмәлә РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин белдерҙе.
Премьер–министр, ташлама 2010 йылдың ноябрендәге хаҡтың 10 процентын тәшкил итергә тейеш, тип билдәләне. Ә был бөгөнгө хаҡтан яҡынса 30 процент ташлама яһалырға тейешлеген аңлата. Абсолют һандарҙа, тимәк, ауыл хужалығы етештереүселәре10 миллиард һум күләмендә ярҙам аласаҡ.
Был сара 2010 йылда ҡоролоҡтан зыя күргән агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Путин яҙғы сәсеүҙе уңышлы үткәрергә мөмкинлек бирергә, буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика