10:38 (UTC+5), 15 Февраля 2011

Мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫтәмәләр һаҡланды

"Башинформ"
Башҡортостанда мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын республикала 2011 йылдың 1 ғинуарынан ҡабул ителгән эшләүселәрҙең минималь килем кимәленә ярашлы хәлгә килтереүҙән тыш, ошо учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләрҙе һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы 5500 һум күләмендә билдәләнде. Әүәлерәк билдәләнгән өҫтәмәләрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн тәрбиәселәрҙең һәм тәрбиәсе ярҙамсыларының минималь эш хаҡының ошо өҫтәмәләрҙе иҫәпкә алмайынса 5500 һумға еткерелеүе тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Шулай итеп, мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре минималь эш хаҡынан тыш әүәлге күләмдә айлыҡ өҫтәмә алыуҙы дауам итәсәк, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 2010 йылдың 1 авгусынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләр билдәләнде: тәрбиәселәргә – 1000 һум, кесе тәрбиәселәргә, тәрбиәсе ярҙамсыларына – 500 һум, бер һәм ике төркөмлө мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары мөдирҙәренә – 500 һум.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика