12:56 (UTC+5), 14 Февраля 2011

Стәрлетамаҡта ит йәрминкәһендә продукция ҙур һорау менән файҙаланды

Әнисә Абдуллина
Стәрлетамаҡта баҙар алдындағы майҙанда ит йәрминкәһе үтте. Көндөң һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, халыҡ күп йыйылды. Һыйыр, сусҡа, һарыҡ ите, субпродукттар, ҡош ите – йәрминкәлә иттең бөтә төрө лә бар ине.
Иртәндән алып майҙанда матур көй ағылды, сағыу кейемле мәҙәкселәр үтеп барыусыларҙы йәрминкәгә саҡырҙы. Ҙур булмаған сәхнәлә Ҡала мәҙәниәт һарайы ижади коллективтарының концерт программаһы башланды. Һәм йәрминкәгә килгән халыҡ бейеп күңел асырға ла өлгөрҙө.
Йәрминкәлә Башҡортостандың Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Әлшәй райондарынан ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашты. Дөйөм алғанда улар һатыуға 3,5 мең килограмм һыйыр ите, ике мең килограмдан ашыу сусҡа ите, 1,5 меңәр килограмм йылҡы һәм һарыҡ ите, 400 килограмм ҡош ите алып килде. Ауыл хужалыҡтары тауарҙарын үҙҙәре һатҡанға күрә, хаҡтар күпкә осһоҙораҡ булды. Йылҡы һәм һыйыр итенең килограмын - 210 һумдан, сусҡа итен 165 һумдан алырға мөмкин ине.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика