05:01 (UTC+5), 14 Февраля 2011

РусГидро Башҡортостанда сәнәғәт технопаркы төҙөйәсәк

Ольга Мортазина, Марина Шумилова
Бөгөн Өфөлә Рәсәй Дәүләт Советы Президиумы ултырышы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы менән “РусГидро” компанияһы һәм “РусГидро” менән Францияның “Альстом” компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Килешеү Башҡортостанда 67 гектар майҙанлы сәнәғәт технопаркы төҙөүҙе күҙ уңында тота. Комплекста гидротехник һәм электротехник ҡоролма етештереү заводына төп урын бирелә. Йәш компаниялар Офистар үҙәгендә ташлама менән майҙандарҙы арендаға ала аласаҡ. Бизнес-секторҙа бәләкәй һәм урта бизнес, вуз һәм ғилми-тикшеренеү институттары предприятиелары урынлашасаҡ. Сервис секторы юридик, проектлау, инжиниринг хеҙмәттәре тәҡдим итәсәк. “РусГидро” белгестәренең алдан иҫәпләүҙәре буйынса, технопарк 10 меңдән ашыу эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
“РусГидро” заводы “Альстом” компанияһы менән берлектә бәләкәй һәм урта ГЭС-тар өсөн ҡорамалдар етештереүсе предприятие төҙөй. Завод 2011 йылдың аҙағында эшләй башларға һәм тәүге продукцияны 2013 йылда сығарырға тейеш.
Тәүге килешеүгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән “РусГидро” идараһы рәйесе Евгений Дод ҡул ҡуйҙы. Икенсе килешеүгә Евгений Дод менән “Альстом Гидро” президенты Филипп Коше ҡултамғаларын ҡуйҙы.
Республика иҡтисадын үҫтереү өсөн мөһим ике документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡатнашты. “РусГидро” идараһы рәйесе Евгений Дод һәм “Альстом Гидро” президенты Филипп Коше Дмитрий Медведевҡа буласаҡ технопарктың макетын күрһәтте һәм уның техник һыҙаттары хаҡында һөйләне.
Рәсәй Президенты ҡул ҡуйылған килешеүҙе ҙур һәм етди проект тип атаны. Дәүләт башлығы унда ҡатнашыусыларҙы ҡотланы һәм проектты уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын теләне.
Белешмә өсөн. «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — электр энергияһы етештереүсе иң эре Рәсәй компанияһы. Энергетиканың 61 объектын берләштерә. Ҡайтанан тергеҙелеүсе сығанаҡтар – һыу, ел, диңгеҙҙә һыу ҡалҡыуы, геотермаль энергия нигеҙендә электр энергияһы етештереүҙә лидер.
«Альстом» компанияһы — электр энергияһы етештереү һәм тимер юл инфраструктураһы төҙөлөшө буйынса донъяла алдынғы урында. Энергетика өсөн ҡорамалдар етештереүсе иң эре йәмғиәт. Концерн 70 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә эшләй. ГЭС-тар төҙөй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика