05:45 (UTC+5), 11 Февраля 2011

Башҡортостанға «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» программаһына 295,9 миллион һум бүленде

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Федераль бюджеттан 2011 йылға субсидиялар биреү тәртибе һәм шарттары тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
—Федераль ҡаҙна иҫәбенән субсидиялар күләме 295,9 миллион һум тәшкил итәсәк, — тип хәбәр итте БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Валентина Әптекәева. — Был субсидиялар ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ауылдарҙа газ, һыу үткәреү, беренсел медик-санитар ярҙам, физкультура һәм спорт учреждениелары селтәрен үҫтереү буйынса сараларға киткән төбәк сығымдарын өҫтәп финанслауға йүнәлтеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика