15:27 (UTC+5), 10 Февраля 2011

Ағасты ситкә сығарыуға махсус контроль булдырыласаҡ

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенән урман ресурстарын төбәктән законһыҙ сығарыуға юл ҡуймау буйынса сараларҙы көсәйтеүҙе талап итте.
Миҫалға республика Президенты райондарҙың береһендәге хәлде килтерҙе. Бында дәүләт предприятиеһы аффилирланған структуралар аша ағасты күрше өлкә бизнесмендарына һатҡан.
“Беҙ һеҙҙең менән программалар яҙғанда мутлашыу схемалары эшен дауам итә. Хатта генетик резервтарҙы – ағастарҙың иң яҡшы өлгөләрен ҡырҡыуға тиклем барып еттеләр. Был урманға ҡарата юғары дәрәжәлә вәхшиҙәрсә мөнәсәбәт. Ресурстарҙы оятһыҙ рәүештә урлайҙар икән, бер ниндәй ҙә программалар ярҙам итмәйәсәк. Генетик резервтарҙы һаҡларға, ҡаршылыҡтар, кордондар булдырырға кәрәк”, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты ағас һатыуҙың “һоро” схемаларын бөтөрөүҙе талап итте. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был бурысты тормошҡа ашырыуға хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә кисекмәҫтән тотонорға кәрәк, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика