11:15 (UTC+5), 09 Февраля 2011

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы старт алды

Ғәлиә Нәбиева
«БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылғы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары»на старт бирелде. Ул Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона һәм «Башҡортостан Республикаһында тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифаты һәм хәүефһеҙлеге» программаһына ярашлы йыл һайын үткәрелә.
БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгендә заявкалар ҡабул ителә башланы. Конкурста сәнәғәттең төрлө тармағы, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе предприятиелары ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтергә, конкурент һәләлелеген раҫларға, яңы партнерҙар йәлеп итергә теләй.
Йыл һайын ҡатнашыусылар араһында продукцияһы һәм хеҙмәттәре ҙур һорау менән файҙаланған бәләкәй бизнес предприятиелары иҫәбе арта. 2010 йылда конкурста республиканың 100-ҙән ашыу предприятиеһы ҡатнашты, шуларҙың 64-е федераль этапта – «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһында еңде.
Был конкурс сиктәрендә үткәрелеүсе ике конкурс - «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» һәм «Иң яҡшы сифат менеджменты системаһы» предприятиеларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Конкурсҡа материалдарҙы 1 апрелгә тиклем тапшырырға мөмкин. Ә еңеүселәрҙең исемдәре май аҙағында билдәле буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика