09:59 (UTC+5), 09 Февраля 2011

Башҡортостанға умарталар етмәй

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан умарталарға ҡытлыҡ кисерә. Был хаҡта шаршамбы көндө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты ултырышында Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, умарталарҙың етешмәүе уларҙың башлыса шәхси секторҙа етештерелеүе менән аңлатыла. Башҡортостанда умарталар сәнәғәт күләмендә сығарылмай.
— Беҙ БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы менән БР Урман хужалығы министрлығына республикала умарталар һәм уларға рамдар етештереү буйынса цех асыу тураһында тәҡдим индерергә теләйбеҙ, - тине Әмир Ишемғолов. - Әлегә бындай цех булмағас, умарталар етештереүгә мәктәп уҡыусыларын йәлеп итергә тырышабыҙ.
Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, тәжрибә сифатында республиканың биш мәктәбе дөйөм алғанда 500 мең һумлыҡ суммаға умарталар өсөн рамдарға заказ алған. Балалар был эште хеҙмәт дәрестәрендә башҡарған, һәм мәктәптәр йөҙәр мең һум аҡса алған, был да уларға бик шәп ярҙам. Ләкин умарталар етешмәү мәсьәләһен балалар хеҙмәте менән генә хәл итеп булмай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика