14:00 (UTC+5), 08 Февраля 2011

«Каустик» йәмғиәте Американың «Red Mountain Energi» компанияһы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы

Әнисә Абдуллина
Стәрлетамаҡта «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) һәм Американың «Red Mountain Energi» компанияһы араһында ҡорамалдар ҡайтарыу, шеф-монтаж һәм һауа айырыу ҡулайламаһын проектлау буйынса котрактҡа ҡул ҡуйыу сараһы үтте. Тендерҙа Германияның «Linde gmbh» фирмаһы һәм Рәсәйҙең «Криогенмаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнаша, әммә техник йәһәттән дә, хаҡтар сәйәсәтендә лә иң уңайлы шарттар тәҡдим иткән «Red Mountain Energi» еңә. Контрактты ғәмәлгә ашырыу был предприятиеға ғына түгел, шулай уҡ Стәрлетамаҡ («Синтез-Каучук», «СНХЗ», «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм ҡала ТЭЦ-ы), Салауат («Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) һәм Түбәнге Кама ҡалаларындағы («Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2205-се цехы) ҡулланыусылар үҫешенә һәм ышаныслы, тотҡарлыҡһыҙ эшләүенә этәргес бирәсәк, тип хәбәр итә «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм мәғлүмәт бүлеге.
Ҡулайламаны режимға сығарыу менән бергә проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты — 2013 йылдың икенсе кварталы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика