05:05 (UTC+5), 07 Февраля 2011

Иртәгә Башҡортостандың баш ҡалаһында «УфаПромЭкспо» күргәҙмәһе асыла

Любовь Колоколова
Шишәмбе, 8 февралдә, республиканың баш ҡалаһында «УфаПромЭкспо-2011» күргәҙмәһе асыла. Унда ҡала предприятиелары менән етештерелгән тауарҙар һәм продукция тәҡдим ителәсәк. Сараны ойоштороусы булып Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте сығыш яһай.
Күргәҙмә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Башҡортостандың баш ҡалаһының фән, техника һәм технологиялар өлкәһендәге ҡаҙаныштарын, сәнәғәт, төҙөлөш индустрияһы предприятиеларының, бәләкәй бизнес субъекттарының уңыштарын күрһәтеү - VIII «УфаПромЭкспо» күргәҙмәһенең төп маҡсаты.
Юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкән, производствоһын үҫтереүсе һәм модернизациялаусы, продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштереүсе ҡала предприятиелары күргәҙмәлә ҡатнашыуға саҡырыла. Экспофорум йомғаҡтары буйынса конкурс комиссияһы биш номинацияла еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
Күргәҙмәне асыу тантанаһы сәғәт 12-гә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика