Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Февраль 2011, 16:53

Төлмәйҙә авария урынында һыу һаҡлау зонаһы бысранмаған

“Росприроднадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре 31 ғинуарҙа Инйәр ауылынан 15 километр алыҫлыҡта, Төлмәй һәм Александровка тораҡ пункттары араһындағы аҡланда авария урынында булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яғыулыҡ-майлау материалдары тултырылған цистерналар түңкәрелеү һөҙөмтәһендә янғын сыға. Дим һәм Инйәр станцияларынан ремонт үткәреү поездары килеп, янғын һүндерелә.
“Росприроднадзор”ҙың БР буйынса идаралығы белгестәре һәләкәт урынын тикшергәндә һыу һаҡлау зонаһының һәм Инйәр йылғаһы боҙ ҡатламының бысранмауын асыҡланы.
Янған нефть продуктының атмосфера һауаһына йоғонтоһо һөҙөмтәһендә тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян күләме техник тикшереү тамамланғандан һуң билдәләнәсәк.
Автор:Светлана Ғәфүрова
Читайте нас: