Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:38 (UTC+5), 04 Февраля 2011

Рөстәм Хәмитов торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

"Башинформ"
3 февралдә Кировта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ил төбәктәрендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрҙе.
Кәңәшмәлә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙең төбәк программалары тикшерелде. Хөкүмәт Рәйесе 2015 йылға торлаҡты сафҡа индереү күләмен 1,5 тапҡырға –дөйөм алғанда ил буйынса 90 миллион квадрат метрға тиклем арттырыуҙың төп бурыс булыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуҙың төп һөҙөмтәлелек күрһәткесе булып, Владимир Путин билдәләүенсә, граждандар өсөн торлаҡтың мөмкин тиклем арзан булыуы торорға тейеш. Шулай уҡ Хөкүмәт Рәйесе үҙҙәренең торлаҡ программаларын уңышлы ғәмәлгә ашырған төбәктәрҙе финанс механизмдар ярҙамында дәртләндереүгә әҙерлеге хаҡында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был маҡсатҡа 21 миллиард һум бүленгән.
Кәңәшмәлә вице-премьер Александр Жуков, төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин, Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Эльвира Нәбиуллина, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, төбәктәр етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика