04:46 (UTC+5), 04 Февраля 2011

Ағас күмере етештереүҙең Башҡортостанда перспективалары бар

Светлана Ғәфүрова
Республиканың төньяғындағы һәм төньяҡ-көнсығышындағы предприятиеларҙың ағас күмере етештереү буйынса тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу, Башҡортостандың көньяҡ райондарында ағас күмере производстволары асыу буйынса БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы “Башлеспром” ағас әҙерләү компанияһының Әмзә ағас комбинаты биләмәһендә һәм Ҡариҙел районында семинар-кәңәшмә үткәрҙе.
Семинар эшендә министрлыҡ, ведомстволар, муниципаль берәмектәр, урман сәнәғәте предприятиеларының, ғилми һәм мәғариф учреждениеларының, банктарҙың 100-ҙән ашыу вәкиле, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар араһында — «Башлеспром» ағас әҙерләү компанияһы, Әмзә урман комбинаты, «СЕЛЕНА» урман сәнәғәте компанияһы, «Дуванлесторг», Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре союзы, Баймаҡ ҡойоу-механик заводы һәм башҡалар. БР Эшҡыуарҙар ойошмалары асоциацияһынан да вәкилдәр булды. Атап әйткәндә, кәңәшмәлә республиканың урта һәм бәләкәй эшҡыуарлығының 48 субъекты ҡатнашты.
Семинар-кәңәшмәнең беренсе өлөшөндә “Башлеспром” компанияһы президенты Василий Горбачев проблемалар һәм үҫеш пландары менән таныштырҙы. “Әмзә” ағас комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Романов Әмзә комбинатының ағымдағы етештереү күрһәткестәре һәм үҫеш перспективалары хаҡында һөйләне. “АФ Банк” вәкилдәре бәләкәй бизнесты кредитлауҙы арттырыуға ҡамасаулаған сәбәптәр һәм уларҙы бөтөрөү алымдары, кредитлау проблемаларын хәл итеү, “АФ Банк” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кредит тәҡдимдәре, бәләкәй бизнесты кредитлау өсөн ыңғай шарттар булдырыу буйынса саралар тураһындағы мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Артабан семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Краснокама районында урынлашҡан “Рамон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән танышты. Былтыр предприятие республиканың төньяғында һәм төньяҡ-көнсығышында ағас күмере етештереүселәрҙе концернға берләштереү инициаторы булғайны. 2010 йылда бойондороҡһоҙ етештереүселәр тарафынан айына 300 тонна ағас күмере сығарылған. Концерн үҙ продукцияһын “РУСАЛ” берләштерелгән компанияһы предприятиеларына тәҡдим итә.
Кәңәшмәнең икенсе өлөшө Ҡариҙел районында үтте. Бында саҡырылған кешеләр ағас күмере етештереү буйынса төрлө предприятиелар менән танышты. Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Мусин әйтеүенсә, ағас күмере етештереү райондағы урман сәнәғәте тармағын үҫтереү мөмкинлеген бирә.
Семинар-кәңәшмәне алып барыусы БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Игорь Карепанов ағас күмере етештереүҙе үҫтереү, Башҡортостандың көньяғындағы райондарҙа ағас күмере етештереү буйынса пилот проекттары төҙөү хаҡында доклад менән сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика