Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Февраль 2011, 15:11

Башҡортостанда кадастр инженерҙары иҫәбе арта

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында кадастр инженерҙары өсөн сираттағы квалификация имтихандары үтте. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 24 дәғүәсенең 16-һы имтихандарҙы уңышлы тапшырған, улар яҡын арала аттестаттар аласаҡ.
2011 йылдың 1 ғинуарынан «Күсемһеҙ милеккә дәүләт кадастры тураһында»ғы федераль законға ярашлы, ғәмәлдәге квалификация аттестатына эйә кадастр инженерҙары ғына кадастр эшмәкәрлеген башҡарыуға хоҡуҡлы. Улар техник инвентаризация бюроһы эксперттарына һәм ер үлсәүселәргә алмашҡа килгән. Яңы белгестәрҙең бурыстары иҫәбендә - биналар, ҡоролмалар һәм тамамланмаған төҙөлөш объекттарына ҡарата кадастр эшмәкәрлеген бойомға ашырыу.
Ағымдағы йыл башында Башҡортостандың 47 районы һәм ҡалаһында 186 кадастр инженеры иҫәпләнгән. Тиҙҙән уларға имтихан тапшырған белгестәр ҙә өҫтәләсәк.
Тулы исемлек БР Ер һәм мөлкәт министрлығының рәсми сайтында бирелгән һәм ул даими яңыртылып тора.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: