Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Февраль 2011, 17:03

Өфөлә ит йәрминкәләре асыла

Өфөлә февралдә ит йәрминкәләре үткәреү планлаштырылған. Был турала дүшәмбе көнө Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, йәрминкәләр 5, 6, 12, 13, 19 һәм 20 февралдә ҡаланың Дим, Калинин, Октябрь һәм Киров райондарында үтәсәк.
— Йәрминкәләр үткәреү тураһында ҡарар ғинуар айында аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар күтәрелеү менән бәйле ҡабул ителде, — тип аңлатты Павел Качкаев. – Беҙ йәрминкәләргә алыпһатарҙарһыҙ ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрҙе йәлеп итергә һәм шулай итеп ҡала халҡын мөмкин тиклем арзаныраҡ хаҡҡа ит менән тәьмин итергә йыйынабыҙ.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: