10:02 (UTC+5), 31 Января 2011

Немец умартасылары тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Башҡортостанға килергә йыйына

Ғәлиә Нәбиева
Умартасылыҡ өлкәһендәге немец белгестәре Берлиндағы «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһендә, Башҡортостандың умартасылыҡ өлкәһендәге фәнни-производство эшмәкәрлеге ярайһы уҡ юғары кимәлдә, тип таныны һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн республикаға килергә теләк белдерҙе.
Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә сиктәрендә Европа һәм БДБ илдәренән умартасыларҙың кәңәшмәһе үткәрелгән. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһының Башҡорт дәүләт аграр университетының биология, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ кафедраһы менән берлектә умартасылыҡ продукцияһы етештереүҙең интенсив технологияһы өлкәһендәге ғилми эшкәртмәләре ғалимдарҙа һәм практиктарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.
Шулай уҡ Германияның умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты менән инә ҡорттарҙы яһалма аталандырыу, бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендә берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика