12:43 (UTC+5), 31 Января 2011

Башҡортостанда каркаслы йорттар төҙөлөшө үҫтереләсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында күп ҡатлы каркаслы йорттар төҙөүҙе үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте. Унда күп ҡатлы каркас йорттар төҙөлөшө элементтарын етештереү буйынса заводтар, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре һәм төп заказсы-төҙөүселәр ҡатнашты.
— - Республика Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктәге төҙөлөш комплексы алдына етди бурыстар ҡуйҙы, – тине дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов. – Мәҫәлән, республика торлаҡ төҙөлөшө программаһына ярашлы беҙ 2015 йылға – 3700 мең квадрат метр, ә 2020 йылға 5200 мең квадрат метр кимәленә сығырға тейешбеҙ. Йәғни киләһе ун йыл эсендә бөгөнгө күрһәткестәрҙе икеләтә арттырыу талап ителә. Заманса фәнни-техник эшләнмәләрҙе ғәмәлгә индермәйенсә һәм төҙөлөш процесын мөмкин тиклем индустриалләштермәйенсә был бурыстарҙы үтәү мөмкин түгел. Төҙөлөштә ҡулланылған яңы технологиялар беҙгә сығымдарҙы кәметергә, сафҡа индерелгән торлаҡ сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала индустриаль эре панелле йорттар төҙөүҙе – “Эре панелле йорттар төҙөү” тресы, ә каркаслы йорттар һалыуҙы “Каркас” төҙөлөш-монтаж комплексы тормошҡа ашыра. Уларҙа проект һәм төҙөлөш ойошмалары бар. Башҡортостанда каркаслы йорттар һалыу системаһы әлегә тейешенсә үҫешмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республиканың төрлө ҡалаларында ошондай 15 йорт һалынған.
“Башинвест” компаниялар төркөмө “Промтехстрой” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Торлаҡ төҙөлөшө фонды объектында эш башланы. Унда каркас технологияһы буйынса тәжрибә рәүешендә тәүге йорт төҙөлә. Яҡынса иҫәп-хисаптар буйынса уның 1 квадрат метры коммуникацияларға сығымдарҙы иҫәпкә алып, 22-23 мең һум тәшкил итәсәк.
Каркас йорттар һалыу элементтарын етештереү ҡеүәте (ул “Промтехстрой” йәмғиәтендә урынлаштырыласаҡ) йылына 250 мең квадрат метр торлаҡ тәшкил итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика