07:50 (UTC+5), 28 Января 2011

Рәхсәтһеҙ ауланған йәнлектәр Башҡортостанда браконьерҙар кеҫәһен таҡырайтасаҡ

Светлана Ғәфүрова
Браконьерҙарға хәҙер Башҡортостанда законһыҙ ауланған үрғуян өсөн 17 мең самаһы сығарып һалырға тура киләсәк. Законһыҙ ауланған мышы 200 мең самаһы суммаға кеҫәне таҡырайтасаҡ, ә рөхсәтһеҙ атылған айыу 500 мең һумға тиерлек барып баҫасаҡ. Ҡырағай хайуандарҙы законһыҙ аулау арҡаһында хайуандар донъяһына килтерелгән зыян күләмен иҫәпләүгә хәҙер ошондай яңы ҡараш булдырылды.
Бынан ары браконьер эшләгән зыянды иҫәпләгәндә хайуандар доньяһына килтерелгән тура зыян ғына түгел, уның тыумай ҡалған тоҡомо ла иҫәпкә алынасаҡ.
Сумманың билдәле сиктәре бар, сөнки хисаплағанда йәнлектең йәше лә иҫәпкә алына. Зыяндың дөйөм күләме билдәләнгән таксалар һәм «Б.М. Жидков исемендәге Бөтә Рәсәй һунарсылыҡ хужалығы һәм йәнлекселек ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт ғилми учреждениеһы мәғлүмәттәре нигеҙендә һумдарҙа иҫәпләнә.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, законһыҙ ауланған мышы өсөн зыян күләме - 195 мең һум, айыуға – 475 мең, үрғуянға – 17,8 мең, ҡабанға – 183 мең, төлкөгә - 41 мең, һуйырға – 8,7 мең, өйрәккә 3,7 мең һум тәшкил итәсәк.
Ошондай иҫәпләү алымдары беҙҙең Волга буйы федераль округы буйынса күршеләребеҙҙә – Удмуртияла, Татарстанда һәм Ырымбур өлкәһендә ҡулланыла башлаған да инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика