08:56 (UTC+5), 27 Января 2011

«Өфө» аэропорты яңы логотипҡа конкурс иғлан итә

Любовь Колоколова
«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты предприятиеның яңы логотибын һәм слоганын эшләүгә конкурс иғлан итә. Элекке логотип, өфөлөләр шаяртып әйтеүенсә, «өс шөрөптө» хәтерләтә һәм авиацияның темаһын сағылдырмай.
«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә аңлатыуҙарынса, конкурс Өфө аэропортының Рәсәй эске баҙарында ғына түгел, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә лә танылыуын күтәреү маҡсатында үткәрелә. Конкурста теләүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша ала. Конкурсанттарҙың эштәре электрон форматта быйыл 20 февралгә тиклем marketing@airportufa.ru адресы буйынса ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыусыларға фамилияһын, исемен, атаһының исемен, йәшен һәм контакт мәғлүмәтен күрһәтергә кәрәк. Еңеүселәр ҡиммәтле приздар аласаҡ. Бөтөн эштәр «Өфө» аэропортының рәсми сайтында баҫыласаҡ: www.airportufa.ru.
«Өфө» Халыҡ-ара аэропортын хаҡлы рәүештә Башҡортостандың һауа ҡапҡаһы тип йөрөтәләр. Бөгөн «Өфө» аэропорты – ул авиаташыуҙар баҙарында күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә булған һәм Рәсәй Федерацияһының ҙур транспорт узелы булып торған заманса граждандар авиацияһы предприятиеһы. Өфө аэропорты аша Рәсәй территорияһындағы һәм сит илдәрҙәге тиҫтәләгән ҡалалар менән бәйләнеш алып барыла. Хеҙмәтләндерелгән пассажирҙар һаны буйынса «Өфө» аэропорты Рәсәйҙең ун иң ҙур аэропорты иҫәбенә инә.
Мәҫәлән, былтыр бында миллион ярымдан ашыу кеше ҡабул ителде һәм оҙатылды. Аэровокзал комплексының үткәреү һәләтлелеге – сәғәтенә 800 пассажир. Ташыуҙар күләменең интенсив үҫеше халыҡ-ара секторҙа ла күҙәтелә: статистикаға ярашлы, 2010 йылда был күрһәткес унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 50 процентҡа артҡан. Быйыл Прагаға, Мюнхенға, Бодрумға, Риминиға һәм башҡа ҡалаларға рейстар асыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика