11:09 (UTC+5), 27 Января 2011

2010 йылда Башҡортостанда 23 меңдән ашыу фатир төҙөлгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Уҙған йылда Башҡортостанда иҡтисади хәлдәрҙең яҡшырыуы республиканың төҙөлөш индустрияһы үҫеше буйынса перспективаларҙы ыңғай күҙаллауға нигеҙ бирҙе. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Төҙөлөш ойошмалары етәкселәре баһалауҙары буйынса, быйылғы йылдың беренсе кварталында килешеүҙәрҙең һәм эштәрҙең физик күләменең артыуы, тармаҡта эшләүселәр иҫәбе ҡыҫҡарыуының бер аҙ тотҡарланыуы көтөлә.
Уҙған йылда бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны ике миллион квадрат метрҙан ашыу булған 23 меңдән ашыу фатир төҙөлгән. Был 2009 йылға ҡарата 85,3 процент. Республиканың мең кешеһенә иҫәптә 494 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.
Шәхси төҙөүселәр менән үҙҙәре иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында дөйөм майҙаны 1453,5 мең квадрат метрлыҡ 13,7 мең шәхси йорт төҙөлгән (2009 йыл кимәленә ҡарата 75,2 %). Шәхси торлаҡ йорттар өлөшө республика буйынса дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 72,4 процентын тәшкил иткән. Төбәк предприятиелары һәм ойошмалары менән дөйөм майҙаны 552,8 квадрат метрлыҡ торлаҡ йорт сафҡа индерелгән (2009 йылға ҡарата 131,9%).
Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында Башҡортостан Татарстандан һуң икенсе урында тора. Мең кешегә иҫәптә торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Татарстан менән Суашстандан ҡала өсөнсө урында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика