Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар 2011, 17:29
Нефтекама автозаводы кадрҙар йыя
«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һуңғы ике йылдан артыҡ ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр эшкә ҡабул итеү асылды. Был предприятиела етештереү күләмдәренең артыуына бәйләнгән.
«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат секретары Вера Харисова хәбәр итеүенсә, тәүге ике эш аҙнаһында 130-ға яҡын кеше ҡабул ителгән. Заводҡа төп һөнәр эшселәре: сварщиктар, станоксылар, слесарҙар ғына талап ителә. 1 мартҡа тиклем тағы ла 120-ләп кеше ҡабул итергә планлаштырыла.
Етештереү күләмдәрен арттырыу завод хеҙмәткәрҙәрен шатландыра. Ғинуарҙа 550 миллион һумлыҡ продукция сығарыу көтөлә — 2010 йылдың ғинуарындағынан ике тапҡырға күберәк. Февралгә заказдар портфеле яҡынса 668 миллион һумға планлаштырылған, был да былтырғы ошо уҡ күрһәткестән ике тапҡырға күберәк.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
сәнәғәт
кадрҙар
Читайте нас: