14:06 (UTC+5), 26 Января 2011

Экс-премьер-министр «Электрозавод» йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең элекке Премьер-министр Рафаэль Байдәүләтов «Электрозавод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Был турала предприятиеның матбуғат секретары Николай Боричев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рафаэль Байдәүләтов бөтә кимәлдәге власть структуралары алдында компанияның мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.
Әйтергә кәрәк, БР Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры менән «Электрозавод» йәмғиәте күптән хеҙмәттәшлек итә. Рафаэль Ибраһим улының туранан-тура ҡатнашлығында был компания Башҡортостанда Европалағы иң ҙур трансформатор производствоһы — Өфө трансформатор заводын төҙөй һәм электротехник продукция сығарыуҙы тәьмин итеүсе «Электроаппарат» заводын модернизациялай башланы.
Ҡыҫҡаса белешмә: Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов 1943 йылда тыуған. Элек «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаларын биләй. Һуңғы ваҡытҡа тиклем Рафаэль Байдәүләтов РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы — Башҡортостан башҡарма дәүләт власы органынан вәкил, Федерация Советының Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары булды.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика