10:30 (UTC+5), 25 Января 2011

Оло Ыҡтамаҡта «Икмәк – барыһына ла баш!» күргәҙмәһе асыла

25 ғинуарҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы район мәҙәниәт йортонда «Икмәк – барыһына ла баш!» девизы аҫтында Мәсетле районы икмәк бешереү предприятиеларының икмәк һәм икмәк-булка изделиелары күргәҙмәһе-сауҙаһы асыла. Күргәҙмә сауҙа предприятиеларының һәм халыҡтың урындағы икмәк бешереү предприятиеларына ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, ҡулланыусыларҙы икмәк-ҡалас изделиеларының ассортименты һәм икмәктең яңы сорттары менән таныштырыуға йүнәлтелгән.
Күләмле сарала Мәсетле районының төрлө милектәге барлыҡ икмәк бешереү предприятиелары һәм ойошмалары ҡатнаша. Күргәҙмәгә килеүселәр урындағы етештереүселәрҙең яңы бешкән икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиеларын тәмләп, теләгәнен һатып ала аласаҡ. Дөйөм алғанда бында икмәк-ҡалас продукцияһының 100 төрө күрһәтелгән. «Ҡарағай» шифаханаһы» дәүләт унитар предприятиеһы, «Сәфиуллин» индивидуаль предприятиеһы, «Карина» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Етештереүсе» производство берекмәһе - ҡара икмәктең яңы сорттарын, ә «Ҡарағай» шифаханаһы йәнә ҡапҡа төрөлгән икмәк тәҡдим итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика