Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
27+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ғинуар 2011, 13:33
Өфө тимер юл станцияһында өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары күрелә
«Домодедово» аэропортындағы ваҡиғалар менән бәйле «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бөтә бүлексәләрендә тимер юл транспорты объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрелде. Өфө станцияһы тимер юл комплексы территорияһында хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеүгә контроль көсәйтелде.
Өфө тимер юл вокзалы начальнигы Олег Мигуновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Мәскәү аэропортындағы теракт тураһында хәбәр килгәс тә вокзал комплексының команда составы тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына күсерелә. Милиция нарядтары көсәйтелгән режимда хеҙмәт алып бара. Линия эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре һаны ике тапғырға арттырылды. Улар территорияла патруллек итә, көтөү залында һәм вокзалдың башҡа биналарында, перронда һәм вокзал эргәһендәге майҙанда тәртипте күҙәтә. Бынан тыш, автотранспортты вокзал эргәһендә туҡтатыу тыйыла.
Һәр ярты сәғәт һайын пассажирҙар өсөн ят предметты осратҡанда уяулыҡ күрһәтеү кәрәклеге тураһында иғлан ителә. Вокзал территорияһына инеү сикләнде. Үҙәк инеү юлында милиция наряды ҡуйылды. Пассажирҙарҙың ҡулындағы әйберҙәр һәм багажы металл детектор ярҙамында ҡарала. Һаҡлау камераһына әйберҙәр тимер юл билеттарын һәм шәхес танытмаһын күрһәткәс кенә ҡабул ителә. Вокзал комплекстары, локомотив һәм поезд бригадалары хеҙмәткәрҙәре менән махсус инструктаждар үткәрелде.
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге территорияһында станцияларҙа һәм пассажирҙар составтары туҡтаған урындарҙа хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеүгә контроль көсәйтелде. Был поездарҙың хәрәкәт маршруттарына ла ҡағыла.
Олег Мигунов әйтеүенсә, айырым хәүефһеҙлек режимы тимер юлда айырым бойороҡ сығарылғанға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
транспорт
тимер юл
именлек
домодедовола теракт
Читайте нас: