09:48 (UTC+5), 24 Января 2011

Иң яҡшы торлаҡ йорттар билдәләнде

Рәсүл Хәмиҙуллин
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында Башҡортостанда иң яҡшы шәхси йортҡа йыл һайын үткәрелеп килгән республика смотра-конкурсына йомғаҡ яһанылар. Конкурс БР Архитекторҙар союзы, муниципаль райондар һәм республиканың ҡала округтары хакимиәттәре ҡатнашлығында үткәрелде.
Үҙенең архитектура-планлаштырыу, конструктив ҡарарҙары, техник-иҡтисади һәм файҙаланыу күрһәткестәре буйынса торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә өлгө булып хеҙмәт итә алған иң яҡшы шәхси йорттарҙы билдәләү сараның төп бурысы булып тора.
Конкурста индивидуаль төҙөүселәр, төҙөлөш, проект ойошмалары, шулай уҡ төҙөлөштөң был төрө өсөн прогрессив төҙөлөш материалдары етештереүҙе үҙләштереүсе завод-әҙерләүселәр ҡатнашты.
Һөҙөмтәлә I дәрәжә диплом менән Ҡырмыҫҡалы ауылында ике ҡатлы алты бүлмәле торлаҡ йорт төҙөгән Виктор Терехин бүләкләнде. II дәрәжә диплом Шишмә ҡасабаһында биш бүлмәле торлаҡ йорт өсөн Рәмил Мөзиповҡа эләкте. III дәрәжә дипломға Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылында мансардалы бер ҡатлы дүрт бүлмәле торлаҡ йорт һалған өсөн Татьяна Шаталина лайыҡ булды. Ошондай уҡ дипломдар менән еңеүселәрҙең проекты бирелгән муниципаль район хакимиәттәренең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлектәре наградлана. Былар Ҡырмыҫҡалы, Шишмә һәм Стәрлетамаҡ райондары.
— Беҙҙең өҫтөнлөктәрҙең береһе — шәхси төҙөлөш, — тип билдәләне БР Дәүләт төҙөлөш комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов. — Үҙ ереңдә төҙөлгән шәхси йорт торлаҡ проблемаһын хәл итеп кенә ҡалмай, ул ғаиләне нығыта, киләсәккә ышаныс уята. Етмәһә, үҙ йортоңдо төҙөү һәм тотоу күпкә еңелерәк. Индивидуаль йорттар — ул «үҙең төҙөү» генә түгел. Уларҙы төҙөүгә ҙур һәм бәләкәй компаниялар теләп тотона, һәм бындай предприятиелар һаны арта бара.
БР Дәүләт төҙөлөш комитеты матбуғат секретары Фидарис Багаев хәбәр итеүенсә, былтыр Башҡортостанда ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлдө. Шуның 72 процентын шәхси торлаҡ тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика