06:10 (UTC+5), 21 Января 2011

Башҡортостан Президенты Әлшәй эшҡыуары Ринат Зариповтың инициативаһын баһаланы

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әлшәй районы буйлап бөгөнгө эш сәфәре барышында индивидуаль эшҡыуар Ринат Зариповтың предприятиеһы менән танышты.
Бәләкәй предприятие икмәк-күмәс һәм кондитер изделиелары етештереүҙә махсуслашҡан. Эшҡыуар Ринат Зарипов үҙенең эшмәкәрлеген, Шафран урта мәктәбенең ашханаһын ҡуртымға алып, 2000 йылда башлаған. 2006 йылда үҙенең средстволары иҫәбенә ул әүәлге «Уралмонтаж» предприятиеһының бинаһын һатып ала. Унда реконструкция үткәрелә, һуңынан ҡорамалдар һатып алына, биләмәһе төҙөкләндерелә. Был объект асылғандан һуң ассортимент та, етештерелгән продукция күләме лә һиҙелерлек арта.
Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса 3800 мең һум суммаға 200 тоннанан ашыу икмәк һәм икмәк-булка изделиелары сығарылған. Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса тупланма бюджетҡа 170 мең һум күсерелгән. Үткән йылда дөйөм майҙаны 320 квадрат метрлыҡ ике ҡатлы төкәтмә төҙөлөшө тамамланған һәм унда кондитер изделиелары етештереү буйынса цех асылған. Бының өсөн 3,5 миллион һумдан ашыу суммаға ҡорамалдар һатып алынған.
Әлеге ваҡытта Зарипов индивидуаль предприятиеһы алты төр кондитер изделиелары сығара. Үҙенең продукцияһын һатыу өсөн магазин төҙөлөшө планлаштырылған.
Республика башлығы ҡыҙыҡһыныу менән етештереү линияһын ҡарап сыҡты һәм, отҡорлоҡ һәм йүнселлек күрһәтеп, Ринат Зарипов үҙ көсө менән бик яҡшы предприятие булдырған, тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика