10:15 (UTC+5), 21 Января 2011

2011 йылғы сәсеү кампанияһын үткәреү буйынса штаб ойошторолдо

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен координациялау буйынса штаб булдырылды. Штаб 2011 йылғы сәсеү кампанияһын ойошҡан рәүештә һәм сифатлы итеп үткәреү, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждандарға практик ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкләй. Штаб составына министр урынбаҫарҙары, был мөһим кампанияны үткәреүгә туранан-тура ҡатнашлығы булған, ошо ведомствоға ҡараған ойошмалар етәкселәре инде.
Оператив штабтың республиканың башҡарма власть органдары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең 2011 йылғы яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса эшмәкәрлеген координациялау буйынса эш планы әҙерләнгән һәм раҫланған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Валентина Әптекәева әйтеүенсә, план өс этаптан тора. Беренсеһе матди-техник базаны һәм ресурстар тәьминәтен әҙерләү менән бәйле. Икенсе этап – «Яҙғы сәсеү эштәрен башлау һәм үткәреү». Һәм һуңғыһы - уны тамамлау, яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау.
Ошо арала уҡ штаб 2011 йылға сәсеү майҙандары структураһын раҫлаясаҡ. Республика ауыл хужалығы етештереүселәрен орлоҡ материалы, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү буйынса саралар күреләсәк. Яҙғы баҫыу эштәрендә хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү һәм матди яҡтан дәртләндереү буйынса рекомендациялар биреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика