10:14 (UTC+5), 20 Января 2011

БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт торлаҡ инспекцияһы уҙған йылда Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһенең дәүләт инспекциялары менән бер рәттән Рәсәйҙең иң яҡшы дүрт инспекцияһы исемлегенә инде. Баһалағанда тикшерелгән торлаҡ фонды иҫәбе, торлаҡ өлкәһендә асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар һәм күрһәтмәләрҙе башҡарыу документтары иҫәпкә алынған. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарҙы билдәләнгән ваҡытта бөтөрөү, граждандар мөрәжәғәттәрендә күрһәтелгән һорауҙарҙы ыңғай хәл итеү, тикшереү органдары һәм киң мәғлүмәт саралары менән берлектә тикшереү БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы эшенең һөҙөмтәлелегенең мөһим күрһәткестәренән һанала.
2010 йылда БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы тикшергән күп фатирлы йорттарҙың майҙаны 75456,8 мең квадрат метр тәшкил иткән. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса торлаҡ фондын хеҙмәтләндергән идара итеүсе ойошмаларға һәм предприятиеларға, торлаҡ биналар хужаларына 34445 башҡарма документ, шул иҫәптән торлаҡ фондын техник файҙаланыуҙа асыҡланған ғәмәлдәге ҡағиҙәләр һәм нормаларҙы боҙоу осраҡтарын бөтөрөү буйынса саралар үткәреүгә 6523 күрһәтмә, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 903 протокол тапшырылған.
«Башинформ» агентлығына БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙәр барышында 38145 торлаҡ фондын файҙаланыу нормаларын, торлаҡ биналарҙан файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәр булыуы асыҡланған. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә бирелгән күрһәтмәләрҙең 83 проценты контролдән алынған.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 8770,8 мең һум дөйөм суммаға административ штраф билдәләү тураһында 791 ҡарар сығарылған, дәүләт килеменә керемдәр 8661,4 мең һум тәшкил иткән. Ҡалған сумма буйынса эштәр мәжбүри рәүештә түләтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика