06:13 (UTC+5), 19 Января 2011

Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡтар бер аҙнала 1,1 процентҡа күтәрелде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Һуңғы аҙнала Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡ бер процентҡа күтәрелгән. Бөгөн бындай күсемһеҙ милектең бер квадрат метры Башҡортостандың баш ҡалаһында уртаса 45,26 мең һумға тәҡдим ителә.
Хаҡтар бөтә типтағы фатирҙарға ла артҡан. Бер бүлмәле фатирҙар - бер процентҡа (квадрат метрына 47,1 мең һум), ике бүлмәлеләр — 1,1 процентҡа (44,93 мең), өс бүлмәлеләр — 0,8 процентҡа (43,15 мең), күп бүлмәлеләр 1,1 процентҡа (43,44 мең) ҡыйбатланған.
Иң ҡыйбат, элиталы торлаҡ «квадратына» уртаса 59,5 мең һумға тәҡдим ителә.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре белгесе Айгөл Степанова әйтеүенсә, бөгөн Өфөлә һатыуға ҡуйылған иң арзан өс бүлмәле фатир 800 меңгә тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны - 45 квадрат метр. Иң ҡиммәт фатир 16,5 миллион һумға һатыла – ағалы-энеле Кадомцевтар урамы, дүрт бүлмәле, 175 квадрат метр.
Бүлмәләр сегментында тәҡдим ителгән иң түбән хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12,1 «квадрат». Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.
Әлеге ваҡытта һатылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Был Аҡманайҙа урынлашҡан йорттоң майҙаны - 450 квадрат метр.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика