Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2011, 17:05

Өфө халҡы уҙған йылда санитар таҙартыу буйынса айлыҡтарҙа әүҙем ҡатнашты

Уҙған йылда Өфөлә ҡаланы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса ике айлыҡ үткәрелгән. Уның сиктәрендә өс экологик субботник үткән. Был турала мэрияла үткән матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк хәбәр итте.
— Республиканың баш ҡалаһын санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙа дөйөм алғанда бер миллион ярым граждан ҡатнашты, - тине ул. – Айлыҡтар сиктәрендә 17,8 мең ағас һәм 11 мең ҡыуаҡ ултыртылды. Черкассы ҡасабаһындағы полигон биләмәһенә 245,7 мең кубометр сүп-сар сығарып түгелде.
Бынан тыш, аҙна һайын Өфө предприятиеларында «санитар йомалар» үткәрелгән. Был сараларҙа аҙна һайын туғыҙ меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: