12:11 (UTC+5), 18 Января 2011

НефАЗ 2010 йылда 315 миллион һум экономияланы

Любовь Колоколова
«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Японияның Toyota компанияһы өлгөһөндә һаҡсыл етештереү ысулдарына һәм принциптарына нигеҙләнгән производство системаһын индереү дауам итә.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылда завод хеҙмәткәрҙәре 16966 кайдзен-тәҡдим индергән, шуларҙың 80 проценты самаһы производствоға индерелгән. Акционерҙар йәмғиәтенең һөҙөмтәле үҫешен бында персоналды һаҡсыл етештереүҙе ойоштороуға мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү менән бәйләйҙәр. Былтыр «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләүселәрҙең 62 проценты производство процестарын камиллаштырыуға һәм эш урындарын оптималләштереүгә йүнәлтелгән кайдзен-тәҡдимдәр индергән. Подразделениелар етәкселәре 29,5 миллион һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә биргән 75 шәхси проектты бойомға ашырған.
2010 йылда «НефАЗ» производство системаһы» сараларын индереүҙән реаль иҡтисади һөҙөмтә 315,5 миллион һум тәшкил иткән. Тап ошо предприятиеға көрсөктән һуңғы ҡатмарлы йылды килем менән тамамларға, завод эшселәренең уртаса эш хаҡын күтәрергә һәм инвестиция программаһын дауам итергә булышлыҡ иткән.
Был йылға ла етди бурыстар билдәләнгән: завод эсендәге бөтә процестарҙы оптималләштереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә 305 миллион һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә алыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика