Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ғинуар 2011, 16:24

Башҡортостан 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса билдәләнде

17 ғинуарҙа Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса Округ комиссияһының йомғаҡлау ултырышын үткәрҙе. Унда Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе Александр Суринов һәм Нижегородка өлкәһе губернаторы Валерия Шанцева ҡатнашты.
Комиссия составына башҡарма власть органдарының территориаль структуралары вәкилдәре, төбәк комиссиялары етәкселәре — төбәк хакимиәттәре вәкилдәре, Росстат төбәк подразделениелары етәкселәре инә. Округ комиссияһын Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Леонид Гильченко етәкләй.
Йомғаҡлау ултырышында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса комиссия рәйесе Илшат Тажетдинов һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев саҡырылды.
Ултырыш барышында Григорий Рапота, халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү бөтә власть органдары көстәрен яраштырыуҙы талап итте, тип билдәләне. Тулы хоҡуҡлы вәкил төбәк башлыҡтарын иң намыҫлы иҫәп алыусыларҙы дәртләндерергә саҡырҙы һәм Росстат хеҙмәткәрҙәренә, төбәк комиссиялары ағзаларына һәм бөтә Волга буйы федераль округы халҡына иҫәп алыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Илшат Тажетдинов менән Әкрәм Ғәниев Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең Рәхмәт хаттары менән дәртләндерелде.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: