08:49 (UTC+5), 18 Января 2011

Аҡса-финанс проблемалары буйынса Рәсәй-Франция семинары эшләй башланы

"Башинформ"
Өфөлә аҡса-финанс проблемалары буйынса Рәсәй-Франция семинарының сираттағы сессияһы үтә. Рәсәйҙән һәм Франциянан финанс өлкәһендәге әйҙәүсе белгестәр Рәсәйҙең 2010 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарын, бөтә донъя валюта-финанс баҙары проблемаларын һәм перспективаларын, Рәсәй иҡтисадының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерә.
18 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов Рәсәй Фәндәр академияһының Халыҡ хужалығын прогнозлау институты директоры, академик Виктор Ивантер, Иҡтисади үҫеш моделдәрен тикшереү үҙәге (СЕМI) етәксеһе, Социаль фәндәр буйынса тикшеренеүҙәр юғары мәктәбенең (EHESS) директорҙар советы ағзаһы Жак Сапир менән осрашты.
Виктор Ивантер билдәләүенсә, совет заманынан уҡ эшләп килгән бындай семинарҙарҙың маҡсаты – француз ғалимдарының фекерен иҫәпкә алып, үҙ үҫешенең дөрөҫ моделен эшләү өсөн төбәктәрҙәге иҡтисади процестарға анализ яһау.
Бындай семинарҙар сиратлап ике илдә үткәрелә. Былтыр дүрт семинар – Майкопта, Вологдала, Лионда һәм Греноблдә үтте. 2011 йыл эстафетаһын Өфө башланы. Һуңынан Тулузаға сират етә.
Академик Ивантер Башҡортостанға төбәк проблематикаһын өйрәнеү, шулай уҡ республика өсөн белгестәр әҙерләү буйынса бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Илшат Тажетдинов билдәле ғалимдарға әлеге семинарҙы Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм унда ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика