Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.43
-0.02
93.81
+0.58
59.42
+0.49
-11 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ғинуар 2011, 09:51
Рәсәй һәм Франция ғалимдары Өфөлә Рәсәй иҡтисады мәсьәләләрен тикшерәсәк
17 ғинуарҙан 21-нә тиклем Өфөлә Рәсәй иҡтисадының аҡса-финанс проблемалары буйынса Рәсәй-Франция семинарының сираттағы сессияһы үтәсәк. Семинар Башҡорт дәүләт университета базаһында үткәрелә.
Рәсәйҙән һәм Франциянан финанс өлкәһендәге ҙур белгестәр Рәсәйҙең 2010 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарын, бөтә донъя валюта-финанс баҙары проблемаларын һәм перспективаларын, Рәсәй иҡтисадының башҡа мөһим мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Сара барышында семинарҙы ойоштороусыларҙың Башҡортостандың дәүләт власы органдары вәкилдәре һәм Өфө ғилми үҙәге етәкселеге менән осрашыуҙары планлаштырыла.
Автор:
Светлана Ғәфүрова
Теги:
тышҡы иҡтисади бәйләнештәр
семинарҙар
финанстар
Читайте нас