11:32 (UTC+5), 14 Января 2011

Башҡортостанға картуф көнсығыш республикаларҙан килтереләсәк

Любовь Колоколова
Социаль мөһим тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә хаҡтар артыуы һуңғы ваҡытта көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Сиктән тыш ҡоро йәй һәм шуға бәйле Рәсәйҙең күп төбәктәрендә иген һәм мал аҙығы культураларының, картуфтың уңмауы аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуына килтерҙе. Бынан Башҡортостан да ситтә ҡалманы, бында үҙ картуфы, ҡарабойҙайы, мал аҙыҡтары етешмәй. Ярмаларға, картуфҡа һәм йәшелсәләргә, ит һәм ит продукттарына хаҡтар артҡандан-арта бара. Бындай шарттарҙа ябай һатып алыусыға нисек йәшәргә, нисек осон-осҡа ялғарға? Был мәсьәлә төбәк халҡын ғына борсомай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына, шулай уҡ Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса идаралығына социаль мөһим тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә хаҡтарҙың айышына төшөнөргә ҡушҡайны. БР Президенты Хакимиәтендә үткән республиканың махсус ведомство-ара комиссияһы ултырышы ошо темаға арналды.
БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 йылдың 11 көнөндә социаль мөһим аҙыҡ-түлек тауарҙарының хаҡы уртаса 1,5 процентҡа күтәрелде, һыйыр ите, ҡарабойҙай, картуф, һуған һәм тары ярмаһы 9 процентҡа тиерлек ҡиммәтәйҙе. Ҡарабойҙайҙың килограмы 80-90 һум тора (сағыштырыу өсөн: бер йыл элек кенә 25 һумдан ашмай ине). Картуфҡа килгәндә, әле уның бер килограмының хаҡы – 40-50 һум. Яҙға ул, ихтимал, тағы ҡиммәтәйер.
— Халыҡтың картуф менән тәьмин ителеү хәлен һәм “икенсе икмәк”кә хаҡтарҙы белә тороп, беҙ уны икенсе төбәктәрҙән килтереү мәсьәләһен ҡарайбыҙ. Атап әйткәндә, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан һәм Тажикстандан. Унда картуфтан йылына бер нисә уңыш йыйып алырға мөмкин. Был республикаларға запростар ебәрелде лә инде, — тине БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин.
Уның әйтеүенсә, сауҙа селтәрҙәрендә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына сик ҡуйылды. Әммә продукцияны килтереүгә хаҡтар артыуы арҡаһында хаҡтар биш-алты процентҡа артыуы ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика