Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар 2011, 17:26

Суйын етештереү комплексы төҙөләсәк

Башҡортостан етәкселеге һәм «Белсталь» шәхси компанияһы 2014 йылға республиканың Белорет районында, урындағы сеймал базаһын файҙаланып, суйын етештереү буйынса яңы металлургия комплексы төҙөргә планлаштыра. Ул рудниктан һәм йылына миллион ярым тонна руда эшкәртеү ҡеүәтенә эйә байыҡтырыу фабрикаһынан һәм йылына 550–600 мең тонна юғары сифатлы суйын етештереү ҡеүәтенә эйә суйын иретеү комплексынан торасаҡ. Фабрика һәм рудник Туҡан ауылы эргәһендә урынлашасаҡ, ә суйын етештереү буйынса комплекс — Железнодорожный ауылында. Был турала «Эксперт Online» баҫмаһы хәбәр итә.
Проекттың хаҡы һигеҙ миллиард һум самаһы тип баһалана. Башҡортостан суйынын республикала һәм Силәбе өлкәһендә урынлашҡан бер нисә завод ҡулланасаҡ, тип күҙаллана.
Элек Белорет металлургия комбинатында суйын һәм ҡорос сығарғандар. Әммә 2002 йылда завод ҡорос сым һәм канат әҙерләүгә үҙгәртеп ҡорола. Хәҙер бер төркөм Башҡортостан инвесторҙары урындағы сеймалда үҙ металлургия производствоһын ойошторорға булды.
—Белорет районында тимер рудаһы була тороп, был потенциалды файҙаланмау – үҙе үк гонаһ, — тип иҫәпләй «Белсталь» вәкиле Рәмил Бигнов. — Металлургия гиганттарына был ятҡылыҡ ҡыҙыҡ түгел, сөнки уларҙың масштабтары башҡа. Ә беҙгә барыһын да комплекста файҙаланыу мөһим.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республика етәкселеге яңы металлургия проектына ярҙам итергә әҙер. Атап әйткәндә, ул ҡасаба-рудникка кәрәкле инфраструктура төҙөлөшөн (600 миллион һум самаһы) үҙенә ала, уны федераль маҡсатлы программалар һәм “Внешэкономбанк” аша финанслаясаҡ. Был айҡанлы һөйләшеүҙәр алып барыла ла инде.
— Беҙ дәүләт, шәхси инвестор һәм республика мәнфәғәттәре тап килгән нөктәгә яҡынлашабыҙ, — тип билдәләй Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов.
Бынан тыш, Белорет районында суйын иретеү комплексын сафҡа индереү менән 1100 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, ә төбәктең һалым һалыу базаһы ике миллиард һумға артасаҡ.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: