11:57 (UTC+5), 12 Января 2011

Башҡортостанда Электрон таможня декларация үткәреү үҙәге эшләй башланы

Сергей Захаров
12 ғинуарҙа Башҡортостан таможняһында “Башнефтьхимзавод”тың бөтөрөлгән таможня посы базаһында Электрон декларация үткәреү үҙәге эшләй башланы.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был яңы, махсус һәм әлегә Волга буйы таможня идаралығында берҙән-бер үҙәк, уның бурысы – тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙы интернет ҡулланып электрон теркәү һәм электрон теркәү технологияһын артабан үҫтереү. Үҙәктең эшмәкәрлек зонаһы – бөтә Волга буйы федераль округы.
Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтендә иҫәпләүҙәренсә, Башҡортостан үҙәгенең эше Волга буйы таможня идаралығының башҡа таможняларында индереү өсөн нигеҙ булып торорға тейеш. Киләсәктә интернет аша бирелгән декларацияны төбәктең һәр Электрон декларация үткәреү үҙәгендә теркәргә мөмкин буласаҡ. Бының менән «электрон таможня» булдырыуға киләһе аҙым яһаласаҡ.
Әйтергә кәрәк, «Рәсәй Федерацияһында таможня көйләүе тураһында» Федераль законға ярашлы, илдең бөтә таможня органдары 2014 йылдың 1 ғинуарынан ҡағыҙһыҙ технологияға – электрон декларация үткәреүгә күсергә тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика