08:30 (UTC+5), 11 Января 2011

Рөстәм Хәмитов Баҡалы һәм Шаран райондарында булды

Рәсүл Хәмиҙуллин, Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе көнө, 8 ғинуарҙа, республиканың Баҡалы һәм Шаран райондарында булып ҡайтты. Бында ул ауыл хужалығы предприятиеларының ҡышҡы шарттарҙағы эшмәкәрлеге менән танышты.
«Ҡорос» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы Президент маршрутының тәүге нөктәһе булды. Артабан ул Баҡалы ауылында булып, ундағы яңы мәктәп төҙөлөшөн ҡараны. «Баҡалыһөт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә производство цехтары, шулай уҡ унда етештерелгән продукцияның хаҡтары менән танышты. Әйтергә кәрәк, предприятие үҙендә етештерелгән 17 төр һөт продукцияһы менән төрлө күргәҙмәләрҙә даими рәүештә призлы урындар яулай. Ә былтыр ул республика иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн БР Хөкүмәте Дипломы менән бүләкләнгән.
Төбәк башлығы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән «Закир» ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән дә яҡындан танышты.
Шаран ауылының «Батыр» балалар баҡсаһы Рөстәм Хәмитовта яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бында кескәйҙәрҙе һәр яҡлап үҫтереү һәм тәрбиәдәү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Төҙөүселәрҙең тырышлығы арҡаһында учреждениеның иҙәне йылы.
Шаран 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә һәм үҙәк район дауаханаһына капиталь ремонт талап ителеүе асыҡланды.
«Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Президент сәфәренең һуңғы нөктәһе булды. Предприятие 1992 йылда «Дмитриево-Полянский» совхозы базаһында төҙөлгән. Был йылдар эсендә бында 400 баш һыйыр малына ике аҙбар, быҙау аҙбары, дүрт мең башҡа иҫәпләнгән сусҡасылыҡ комплексы һәм 800 башҡа мал аҙығы цехы, шулай уҡ ат аҙбары төҙөлгән. 2010 йылда 1494 тонна һөт эшкәртеп, һатыуға оҙатылған.
Рөстәм Хәмитов аграрийҙарҙың уңыштарын баһаланы. Предприятие бөгөн дәүләт милкендә булыуын иҫәпкә алып, төбәк башлығы уны акционерлаштырырға тәҡдим итте.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика